«Ильчигуловский сельсовет» на Яндекс.Картах
 
29.Декабря.2024
Воскресенье
00:28
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Деревня Мулдакаево Учалинский район Республика Башкортостан
Главная Регистрация Вход
Каталог статей »

Добро пожаловать в нашу деревню!

Меню сайта

Форма входа

Категории раздела
Мои статьи [3]

Поиск

Для сайта
ЯндексЯндекс. ДеньгиХочу такую же кнопку

Главная » Статьи » Мои статьи

Ауыл тарихы
Илсеғол һәм Мулдаҡай ауылдарының тарихы
Илсеғол һәм Мулдаҡай ауылдарының барлыҡҡа килеүе тураһында төрлөсә һөйләйҙәр. 1/ 1. Башҡорттарға ислам динен кертеү өсөн Ғәрәбстан яҡтарынан миссионер килә. Ололап, уны “Мулла аҡай” тип йөрөткәндәр. Был кешегә хөрмәт йөҙөнән ауылды ла Мулла аҡай, аҙаҡ Мулдаҡай тип йөрөтә башлағандар. (легендаларҙан)
2. Башҡорттар улттыраҡ тормошҡа күскәс, хәҙерге Мулдаҡай ауылы урынына бер ғаилә килеп ултыра. Уларҙың Мулдаҡай һәм Илсеғол исемле ир балалары була.Улдары буй етеп, өйләнгәс, аталары Миәс һәм Тамъян йылғалары буйынан ер бүлеп биреп, малайҙарын башҡа сығара. (легендаларҙан)
3. Ревизия материалдарында Мулдаҡай һәм Илсеғол ауылдары 18 быуат аҙағында күрһәтелмәгәндәр. 1824 йылда унан старшина ярҙамсыһы Байрамғол Әбделйәлилов менән 30-лап йорт (113 кеше) айырылып сығып, Әүеш күле буйында Иҫке Байрамғол (Әүеш) ауылына нигеҙ һала. Мулдаҡайҙа 1834 йылда 30 йортта 284 кеше йәшәгән. 1850-58 йылдарҙа Илсеғолдоң балалары ла, төп йорттан айырылып сыға һәм бер саҡрым ситтәрәк, Миәс йылғаһы буйында, Илсеғол ауылына нигеҙ һала. 10-сы ревизия буйынса Илсеғолда 20 йортта 149 кеше булған. (“История сел и деревень” Әсфәндиәров )
Буласаҡ ауыл урынына башлап йорт һалыусы Ғайса Мулдаҡаев була. Мулдаҡайҙан хәҙерге Ураҙовтар, Моталлаповтар, Исаевтар нәҫеле таралған.
Орловка ауылы 1920 йылдар аҙағында алтын приискыһы асылғас барлыҡҡа килә. Хәҙер был өс ауыл, ҙурайып, тоташҡан. Әммә урындағы халыҡта ла, документтарҙа ла уларҙың һәр ҡайһыһы айырым ауыл итеп ҡарала.
1921 йылға тиклем был ауылдарҙа 16 лавка була. Ләкин 1921 йылда халыҡ ныҡ аслыҡ кисерә, һәм лавкалар бөлгөнлөккә төшә.
Революция беҙҙең яҡҡа 1918 йылда ғына килеп еткән. Алтын приискыларын тотҡан француздар ҡаса. Шулай уҡ Илсеғол ауылында ике ҡатлы йортта йәшәгән, таш магазин тотҡан “Захар и К” алтын прискыһы хужаһы Захар бай ҙа, алтындарын алып (атынын ишек тотҡаларына йыйған булған), сит илгә ҡаса (1960 йылдарҙа Захар байҙың нәҫеле Американан килеп шул өйҙәрен ҡарап йөрөгәндәр; өй һаман да ултыра, магазин да эшләй).
1919 йылда өйәҙҙең мәғариф комиссары Амитов (халыҡ уны “комиссар” тип йөрөтә) Мулдаҡай ауылында совет ойоштора. Ауыл советының беренсе предеседателе Әфләтунов Хәсән , секретары – Бикбулатов Нурғәле була. Совет бөтәһе 11 кешенән торған. Беренсе совет өс кенә ай эшләп ҡала. Колчак армияһы чехтар ярҙамында Ҡыҙыл Армияны Самара яғына ҡыуып ебәрә. Совет таратыла. Бер нисә совет ағзаһы ҡулға алына, ә ҡалғандары партизандарға китә.
Аҡтар ғәскәренән Тереғолов тигән кеше килеп, аҡ гвардеецтар отряды төҙөй. Хәйбуллиндар семьяһынан бер отряд төҙөлә (хәҙергеи көндә уларҙан бер кеше лә Мулдаҡай, Илсеғол ауылдарында йәшәмәй). Иң беренсе партизан Исхаков Миһран Хәйбуллиндар бандаһы тарафынан йыртҡыстарса үлтерелгән. 1919 йылдың аҙағында бер туған Николай һәм Иван Кашириндар етәкселек иткән Верхнеурал партизандары аҡтарҙы ҡыуып ебәрәләр. Һәм шул уҡ йылда волость һәм ревком барлыҡҡа килтерелә.
Мулдаҡай волосына 10 ауыл ҡарай: Мулдаҡай, Илсеғол, Әүеш, Ялсығол, Мулдаш, Кәрим, Төпәй, һөйөндөк, Һөләймән, Көсөк. Мулдаҡай волосында 2 ауыл советы булдырыла: Мулдаҡай ауыл советы, Илсеғол ауыл советы. 1923 йылда беренсе партия ойошмаһы барлыҡҡа килә. Аҡ элементтарға ҡаршы көрәшеү өсөн айырым ойшма “ЧОН” (часть особого назначения) төҙөлә. Был йошма менән “Коллс” ҡушаматлы Селиванов Николай етәкселек иткән.
1922 йылда коммуналар төҙөлә башлай.
1923 йылда Мулдаҡай һәм Туңғатар волостары берләштерелә.
1927 йылда колхоз төҙөү тураһында указ ҡабул ителә. Мулдаҡай ауылында төҙөлгән колхозға “Ҡыҙыл йондоҙ” , ә Илсеғолдағы колхозға “Ағышбай” (тау атамаһынан) исеме бирелә “Ағышбай” колхозына 12 ғаилә керә. Беренсе колхозник булып Исхаков Мөждәбә яҙыла. . 1930 йылда был ике колхоз бер “Ағышбай” колхозына берләшә. Шул уҡ йылды ҡатын-ҡыҙҙар йыйған тәңкәләргә “Фордзон” тракторы һатып алалар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы колхоз эшенә ылыҡтырыу маҡсатында ҡатын-ҡыҙҙар советы төҙөлә, уның ағзаларын “делегаткалар” тип йөрөтәләр.
1926 йылда разведка эшләй башлай. Разведка етәксеһе Әсфәндиәр исемле кеше була. (Бөгөнгө көндә лә ауылды бер өлөшөн Әсфәндиәр (Әсмәнйәр) тип йөрөтәләр. Хәҙер унда ике генә өй ҡалған, ә элек бәләкәй генә бер ауыл булған). 1929 йылда алтын приискыһы асыла 1930 йылда Мулдаҡай приискыһы управлениеһы төҙөлә. Шул уҡ йылдарҙа Орловка исемле рус ауылы барлыҡҡа килә. 1948 йылда Остотау янында алтын йыуа башлайҙар. Алтын йыуыусыларҙың бригадиры булып Багаев Хәйретдин эшләгән. Эшселәре: Исхаков мөждәбә, Сиражетдинов Хәйерүәрә, Һағынбаев Сәйфелмөлөк, Бикбулатов Нуретдин, Хажиәхмәтов Ҡужаҡ һ.б. Унан һуң Миәс йылғаһы буйында алтын йыуыуға күсәләр. (Был урында хәҙер Үлеккүл –сөнки боронғо зыяраттың бер өлөшө күл аҫтында ҡала)

1929 й. – ауыл советы ойошторола
1929 й. – ағас клуб һалына (2000 йылға тиклем хеҙмәт итә)
1930 й. – Орловкала ағастан больница төҙөлә (1997 йылға тиклем хеҙмәт итә)
1947 й. – ауылға электр уты үткәрелә
1953 й. – Орловкала ағастан балалар баҡсаһы төҙөлә
1957 й. – Миәс-Учалы тимер юлы төҙөлә
1974 й. – Илсеғол ауылында кирбестән ауыл советы өсөн бина төҙөлә
1976 й. –Илсеғолда кирбестән ике ҡатлы мәктәп һалына
1986 й. – Учалы- Мулдаш автобус рейсы асыла
1987 й. – Илсеғолда кирбестән балалар баҡсаһы төҙөлә
1997 й. – Илсеғолда кирбестән больница төҙөлә
2001 й. – Илсеғолда кирбестән Мәҙәниәт йорто төҙөлә
2006 й. - Илсеғолда кирбестән мәсет төҙөлә
Категория: Мои статьи | Добавил: zulfia (27.Февраля.2016) | Автор: Аминева Зульфия Асгатовна
Просмотров: 562 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Одноклассники

Жизнь сайта

Друзья сайта
  • Сайт Мулдакаевской средней школы
  • Краевед Аминева Зульфия Асгатовна
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz

  • Статистика

    Онлайн всего: 1
    Гостей: 1
    Пользователей: 0